Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Ҡустым махсус хәрби операцияға китте"

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә бер туғанының махсус хәрби операцияға юлланыуы тураһында уртаҡлашты. “Был минең бер туған ҡустым, 54 йәш, минән ике йәшкә кесе. Беҙ бергә үҫтек, бөтә ауырлыҡтарҙы бергә күрҙек, 5х5 метр ҙурлыҡтағы йортта ете кеше йәшәнек. Ҡыш көнө уның менән стена-мейес араһында беркетелгән таҡталарҙа йоҡлайбыҙ, ә аҫта яңы тыуған кәзә бәрәстәре һәм быҙауҙар йәшәй. Ҡайһы берҙә кемдең мейескә, йылыға яҡыныраҡ йоҡлаясағы тураһында бәхәсләшә инек. Йәйгеһен аҙбар ҡыйығында, бесәнлектә йоҡлайбыҙ, унда баҫҡыс буйлап үрмәләп менәбеҙ. Ҡустымдың биш балаһы бар, өсәүһе мәктәптә уҡый, кесеһенең һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән. Ул ауылда йәшәй, ғаиләһен аҫрау өсөн мал тотто, ялһыҙ эшләне. Ул быға тиклем үк хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашты. Бер-беребеҙ менән алдан килешмәйенсә, өс ағай-эне лә Ватаныбыҙ именлеген яҡлауҙа ҡатнашырға теләк белдерҙе. Тыуған илебеҙ өсөн һуғышыу – беҙҙең ҡаныбыҙҙа, ата-бабаларыбыҙҙан тапшырылған. Бер нисә быуын 1812 йылғы Ватан һуғышында Ватанды һаҡлауҙа ҡатнаша, 1941-1945 йылдарҙа фашист илбаҫарҙары менән һуғыша. Өс ағаһы, атайҙың ағалары һәм олатай һуғыш яланында баштарын һалған. Ҡустым медицина комиссияһын үтеп, хәрби хеҙмәткә яраҡлы тип танылғас, шатлығынан һикереп төшкәндәй булды. Беҙ уның менән шым ғына ҡосаҡлаштыҡ, ул дислокация урынына юлланасаҡ автобуста ултырҙы. Уның менән бергә Бөрйән, Ейәнсура, Баймаҡ һәм башҡа райондарҙан да егеттәр китте, уларҙың ҡайһы берҙәре менән таныш инем. Батырҙарыбыҙҙы иҫән-һау һәм Еңеү менән көтәбеҙ!” – тип яҙған Зариф Байғусҡаров. Имен-һау йөрөгөҙ, Урал бөркөттәре! Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/bayguskarov_z_z