Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзының Баймаҡ беренсел ойошмаһы, Баймаҡ районының “Һаҡмар” гәзите Икенсе Этҡол ауыл китапханаһы һәм “Ағинәйҙәр” ҡоро менән берлектә район гәзитенең элекке әүҙем хәбәрсеһе, арҙаҡлы шәхес, билдәле педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре, яҙыусы Азамат Әғзәм улы Тажетдиновтың тыуыуына 85 йыл тулыуға арнап “Халҡына дан йырланы” исеме аҫтында ижади конкурс иғлан итә. Конкурстың маҡсаты – ошо төбәктән сыҡҡан шәхестәребеҙҙең исемен мәңгеләштереү, уларҙың тормош юлын, ижадын өйрәнеү һәм йәш быуынға еткереү, ижади таланттарҙы асыҡлау. Сара Азамат Тажетдинов иҫтәлегенә арнап мәктәп уҡыусылары, төрлө быуын вәкилдәре араһында шиғыр, хикәйә ижад итеүселәр бәйгеһе үткәреүҙе маҡсат итеп ҡуя. Мәктәп уҡыусылары конкурсҡа нәҫер һәм ҡисса ла тәҡдим итергә мөмкин. Китаптарында халҡыбыҙҙың, ауылдарыбыҙҙың тарихын, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен йәш быуынға еткереүгә күп көс һалған, әҫәрҙәрендә ил, милләт яҙмышы, тыуған ер, туған тел, йәшәү мәғәнәһе, ауыл тормошо кеүек көнүҙә