«Әйҙә уйнарға» фестивалендә эшләйәсәк майҙансыҡтарҙың береһе - «Дауалаусы уйындар». Мәкәрим Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн республика махсус китапханаһы майҙансыҡта ҙур программа тәҡдим итә. Бында тактиль китаптар (бәләкәй йәштәге күреү буйынса инвалид балалар өсөн йомшаҡ китаптар) әҙерләү, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн өҫтәл уйындарын күрһәтеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, «Бергәләп уҡыйбыҙ. Балаларға - тактиль китаптар» китап күргәҙмәһе үтәсәк. Шулай уҡ бында Бизиборд уйын стендының презентацияһы буласаҡ. «Дауалаусы уйындар» биләмәһендә күреү һәләте буйынса инвалид балаларҙың Өфө коррекция мәктәп-интернаты уҡыусылары ҡатнашлығында «Етем төлкө» башҡорт халыҡ әкиәте буйынса ҡурсаҡ театры спектакле күрһәтелә. Фото: https://www.fondmiras.ru/media/photo/43/