"Әйҙә уйнарға" фестивалендә "Тамыр" балалар студияһы балаларҙы һәм уларҙың уйынсыҡтарын "УЙЫНҒА - ЭЙЕ!" асыҡ балалар телестудияһында көтә. Майҙансыҡта күсмә студия эшләйәсәк. Яратҡан уйынсығың менән килергә һәм уның тураһында телекамера алдында бөтә донъяға һөйләргә кәрәк. "Тамырҙар" балалар һәм үҫмерҙәр менән мауыҡтырғыс уйындар ҙа уйнаясаҡ. Шулай уҡ йәш өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының популяр "Әлләсе" телеуйынында ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн ойоштороусылар ҡатмарлы булмаған һүҙҙәр менән русса һәм башҡортса карточкалар эшләгән. Сабыйҙарға Нурбостан донъяһына сумырға тәҡдим итәсәктәр. Республика Башлығы Радий Хәбиров грантына "Тамыр" телеканалы төшөргән йәнһүрәт сериалы кескәй тамашасыларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренең һөйөүен яуланы. - "Нурбостан"дың өҫтәл уйынын әҙерләнек һәм баҫтырып сығарҙыҡ, - ти "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Һәм бына беҙ балаларға уйнап алырға тәҡдим итә алабыҙ. Шулай уҡ беҙ фестивалеь символы Атҡа интервью бир!" тигән күңелле уйын да уйлап сығарҙыҡ. Фото: https://vk.com/tamir_telekanal