Һуңғы йылдарҙа республикала, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” (национальный проект "Культура") милли проектына ярашлы, социаль өлкә учреждениеларын, шул иҫәптән мәҙәниәт ойошмаларын төҙөүгә һәм ремонтлауға ҙур иғтибар бирелә. Кисә Хәйбулла районының Первомайский һәм Ивановка ауылы клубтары капиталь ремонттан һуң ҡайтанан асылды. Хәйбулла районында мәҙәниәт өлкәһенә ҙур иғтибар бирелә. Быйыл бер нисә мәҙәниәт йорто ремонтланған, шулай уҡ сәхнә костюмдары, музыкаль, яҡтылыҡ һәм тауышты көсәйтеү аппаратураһы яңыртылған. Кисә Ивановка һәм Первомайский ауылында үткән йомғаҡлау сараһы бай көн ваҡиғалары менән тамамланды, унда хәйбуллалар һәм мәртәбәле ҡунаҡтар капиталь ремонттан һуң танымаҫлыҡ булып үҙгәргән мәҙәниәт йорто менән танышты һәм "Бәләкәй Ватан мәҙәниәте" программаһында ҡатнашыуға йомғаҡ яһаны. Өсөнсө йыл рәттән Хәйбулла район был программала еңеүсе була. Быйыл 10 миллион һум күләмендә бүленгән аҡсаға 16 урынлыҡ "ГАЗель" автобусын һатып алынғ