Башҡортостан Республикаһының Рәсәйҙең Беларусь Республикаһындағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы вәкиле Константин Климиндың Минск ҡалаһы башҡарма комитеты рәйесе Владимир Кухарев менән осрашыуы сиктәрендә Беларусь яғы Минск ҡалаһы рәсми делегацияһының киләһе йылда Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүгә арналған тантаналы сараларҙа ҡатнашасағын белдерҙе. – Ағымдағы йылдың тәүге алты айында Башҡортостан менән Беларусь Республикаһының тышҡы сауҙа әйләнеше 2022 йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 14,8 процентҡа юғарыраҡ, шул уҡ ваҡытта экспорт - 8,8 процентҡа, ә импорт 23,1 процентҡа артҡан. Быйыл июнь айында үткән Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы беҙҙең мөнәсәбәттәргә өҫтәмә ҡеүәт, яңы уҙаҡташтар һәм Беларусь коллегалары менән хеҙмәттәшлектең яңы йүнәлештәрен табырға мөмкинлек бирҙе. Шулай уҡ Башҡортостандың Беларустағы вәкиле Константин Климиндың эше хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индерә. Минсктан рәсми делегацияның Башҡортостандың баш ҡалаһына килеүенә бик шатбыҙ һәм, Беларусь коллегалары уртаҡлашҡанса, улар Өфөгә юбилей хөрмәтенә яҡшы бүләк әҙерләй, – тип уртаҡлашты Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. Осрашыуҙа яҡтар Өфөлә - Минск көндәрен һәм Минскиҙа Өфө көндәрен үткәреү мөмкинлеген, ижади коллективтар менән үҙ-ара алмашыуҙы, шулай уҡ рәсми делегацияның ҡатнашыуын тикшерҙе. Бынан тыш, Минск ҡалаһы башҡарма комитеты Өфөнән Минскиға икенсе тура рейс асыуға ярҙам итәсәген белдерҙе. Был мәсьәлә Беларусь Республикаһының Транспорт һәм коммуникациялар министрлығында тикшерелә. Был туғандаш республика менән хеҙмәттәшлек Башҡортостан Республикаһына Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға булышлыҡ итәсәк. Фото: foreign.bashkortostan.ru
Минск ҡалаһы делегацияһы Өфөнөң 450 йыллығын байрам итеүҙә ҡатнашасаҡ
9 сентября 20239 сен 2023
1 мин