Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыу сиктәрендә, Төркиә вагон эшләү заводы делегацияһы компанияның генераль директоры етәкселегендәге эш сәфәре менән Белорет ҡалаһында булды. Тендер контрактын үтәү сиктәрендә Төркиә Республикаһы вәкилдәре “Урал Пружина Заводы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү ҡеүәттәрен ҡараны һәм Башҡортостан предприятиеһы етәкселеге менән һөйләшеү үткәрҙе. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте. - Төрөк уҙаҡташтары сәфәренең маҡсаты: етештереүҙе баһалау, Башҡортостан заводының компетенцияларына шәхсән инаныу, яҡтарҙың ғәмәлдәге контрактты үтәүен тикшереү, шулай уҡ артабанғы берлектәге эш пландарын билдәләү. Рәсәйҙең Төркиәләге Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Вәкиллеге эше һөҙөмтәһендә беҙ быйыл тәүге