25 сентябрҙән 26-на тиклем, ИННОПРОМ.ҠАҘАҒСТАН халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһының бәләкәй, урта һәм ҙур эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең бизнес-миссияһы үтәсәк. Күргәҙмә 12 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашасаҡ. Унда транспорт, авиация һәм энергетика машиналары эшләү, сәнәғәт IT, химия сәнәғәте, станоктар эшләү, металлургия кеүек тематик бүлектәр эшләйәсәк. Был күргәҙмә сиктәрендә 25 сентябрҙә республика предприятиелары Ҡаҙағстан партнерҙары менән В2В һөйләшеүҙәре үткәрә. 26 сентябрҙә Ҡаҙағстан предприятиеларына барыу күҙаллана. Бизнес-миссия ҡатнашыусылары өсөн: – Комплекслы эшлекле программа; – Лингвистик оҙатыу; – Бәйләнештәр биржаһы; – “Аэропорт-отель-аэропорт” трансферы; – Бизнес-миссияның эшлекле программаһы сиктәрендә трансфер; – Сара программаһына ярашлы дөйөм координация. Бизнес-миссияла ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр Һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы телефоны: +7 (347) 218-15-57, йәки Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге телефоны: +7 (347) 246-85-69 буйынса шылтыратығыҙ. Электрон почтаға ла яҙырға мөмкин: Akhmadullina.KN@bashkortostan.ru, zulkarnaeva.ln@bashkortostan.ru. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостан Республикаһының дуҫ илдәр менән хеҙмәттәшлеге Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән башланған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә. Фото: foreign.bashkortostan.ru