Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Һөйәркәләр күп булды, шулай ҙа Рәйләмә рәхмәт!”

Был хатты төркөмдәшебеҙ З. яҙып ебәргән. Кемгәлер фәһем, кемгәлер ғибрәт булыр. Бәлки, кемдер З. кеүек ҡайһы берәүҙәрҙең ҡылығына ҡарап ғәжәпләнәлер... “Һүҙем класташым Рифат (исемдәр үҙгәртелде) тураһында. Бала саҡтан күрше йәшәп, үҙ-ара дуҫ-татыу булдыҡ. Рифат яҡшы уҡыны, һәр ваҡыт класс, мәктәп тормошоноң уртаһында ҡайнаны. “Мин ҙурайғас, директор булам”, ти торғайны гел генә. Ысынлап та, юғары уҡыу йортон тамамлап, күп ваҡыт та үтмәне, карьера яһай башланы. Һүҙгә оҫта, кешене яйлай ҙа, майлай ҙа белә. Бөгөн ул ҙур ғына ойошмала директор булып эшләй. Миңә, яңы урында эш башлағас, төрлө сараларға бағыусылар эҙләү бурысын йөкмәттеләр. Шулай бер мәл Рифат тураһында иҫләп, телефонын табып, шылтыраттым. Класташым бик матур итеп, ихлас ҡаршы алды. Эш көнөнөң аҙағы ине. Секретаршаһы – һылыу ғына ҡыҙ ҡәһүә алып инде. Рифат коньяҡ эсемлеге тәҡдим итте. “Эш көнө тамам тиергә мөмкин, аҙ ғына ял итеп, күңелде күтәреп алырға ярай”, - ти мут йылмайып. Бала саҡ, мәктәп хәтирәләренә бирелеп, оҙаҡ ҡына ихлас итеп һөйләшеп ултырҙыҡ. Оҙаҡ күрешмәгәс, һүҙҙәр беректе элекке күршем менән. Етмәһә, коньяк та үҙенекен итте, тел сиселде. - Социаль селтәрҙә гел ҡарап барам: ғаиләң дә, килен дә бына тигән! Бәхетлеһең! Килен менән бер-берегеҙгә булған мөнәсәбәткә һоҡланам, – тинем. - Эйе, шөкөр! Уй, һөйәркәләр күп булды инде, әммә Рәйләмә рәхмәт! Белһә лә, белмәмешкә һалыштымы, бер ваҡытта ла, хатта бәйләнер сәбәп булғанда ла, тауыш сығарып ултырманы, – тимәһенме был! Уртлаған ҡәһүәмә сәсәй яҙҙым. - Нисек? Һуң тыуған көн, байрам һайын бер-берегеҙгә шундай матур һүҙҙәр менән ҡотлауҙар яҙаһығыҙ, һөйөүегеҙҙе белдерәһегеҙ... - Кит әле, 50 йылдан артыҡ йәшәп, шулай бер ҡатлы була тиме кеше! – ти Рифат хахылдап көлөп. Артабан һүҙ сурытманым. Бер аҙ шаңҡыным да шикелле. Йомошомдо йомошлап, сығыу яғын ҡараным. Рифат киләһе сарабыҙға ҙур ғына суммала ярҙам вәғәҙә итте, әммә бының өсөн артыҡ ҡыуанманым да. Әле бына кисә класташымдың тыуған көнө булды. Ҡотларға тип телефоныма бер-ике ынтылдым да, күңелем тартманы. Ҡотлаған кешеләре күптер әле. Йәшермәй ҙә, маҡтанған кеүек, һөйләп ултырҙы. Әйткәндәй, Рәйлә килен дә үҙенең социаль селтәрҙәге битләүенә иренә ҡотлау ҡуйған. Ныҡ матур мәғәнәле, һөйөү һүҙҙәре менән тулы шиғыр һәм Рифат менән ҡосаҡлашып төшкән фотоһын беркеткән. Иң аҫҡа “Яратам, ҡәҙерлем!” тип тә өҫтәгән. Быны уҡып тағы берҙе ғәжәпләндем. Белһә лә, һиҙһә лә, белмәмеш булып йәшәүме? Бәлки, ысынлап та, бер нимә лә белмәйҙер... Әллә кеше алдында күҙ буяумы, әртис кеүек уйнаумы? Шул хаҡта уйланып йөрөп, бына һеҙгә яҙҙым әле уйҙарымды. Башҡалар нимә әйтер икән?” Фото: love.ru