Көҙ - уңыш йыйыр мәл. Баҡсаларҙа алмалар ҡыҙарып бешә, йәшелсәләр өлгөрә, аллы-гөллө сәскәләр күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Ә бына Ҡырмыҫҡалы ауылынан Фәриҙә һәм Рәшит Яҡуповтар нәҡ 55 йыл элек ошо мул уңышлы алтын көҙҙә бергә тормош ҡороп йәшәй башлай. Әллә шуға ла уларҙың тормошо муллыҡта-байлыҡта үҙ ағышы менән келтер-келтер тәгәрәп барамы икән? Өлкән йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, йәштәргә биргеһеҙ, донъяларын сынъяһау итеп көтә улар. Баҡсаларында ниндәй генә емеш-еләк үҫмәй, кәбеҫтә, кишер, бәрәңге менән бер рәттән ҡарбуздары ла тәгәрәп ята, фундук ағасына тиклем емеш биреп ултыра. Ә инде өй эстәренә инһәң, ниндәй генә гөлдәр күрмәҫһең, үҙеңде ботаника баҡсаһына килеп ингәндәй хис итәһең. Дәүләкән районы ҡыҙы Фәриҙә Ҡырмыҫҡалыға бухгалтерҙар курсына уҡырға килә. Һомғол буйлы, сибәр, уңған ҡыҙҙы Рәшит ағай бер күреүҙән оҡшата һәм кәләш итеп алып ҡала. Йәштәр төп йортта бик матур итеп донъя көтөп китә. Фәриҙә апай ҡәйнәһе Сажиҙә менән 35 йыл әхирәттәр кеүек аңлашып, татыу йәшәй. Сажиҙә инәй 93