“Родина” кинотеатрында башҡорт ерендә тыуған тарихи шәхестәр тураһында “Атайсал. Беҙҙекеләр! Знай наших!” балалар өсөн документаль фильмдың исем туйы булды. Был проект Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған. Ул “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы ҡатнашлығы менән “Бишек” коммерцияға ҡарамаған ойошма булышлығында төшөрөлгән. Прект авторҙары тарихи шәхестәр портреттары менән Геройҙар аллеяһы булдырған – фильм улар тураһында. Аллеяны асыу һәм йәшел таҫманы киҫеү бәхете тарихи шәхестәрҙең бала сағын уйнаған йәш актерҙарға – Заһир Әминевкә, Наҙгөл Зәйнетдинова һәм Морат Ярышевҡа эләкте. Был көндө кинотеатр фойеһы йырҙарҙан, төрлө уйында ҡатнашҡан балаларҙың шат тауышынан гөрләп торҙо. Ҡыҙыл залда балаларҙы тантаналы шарттарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова һәм Башҡортостандың “Ирҙәр ҡоро” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров сәләмләне. Улар пректтың ижади командаһын
Тарихи шәхестәр тураһында документаль фильмдарҙың исем туйы булды
8 сентября 20238 сен 2023
2 мин