Башҡортостан, Татарстан, Чечня һәм Дағстан менән бер рәттән, партнерҙарҙың финанслауын үҫтереү буйынса эксперимент үткәрәсәк Рәсәй төбәктәре иҫәбенә инде. Һынау проекты 2025 йылдың 1 сентябренә тиклем дауам итә. Партнерҙарҙың финанслауы нимәнән ғибәрәт һәм яңы тәжрибә төбәккә нимә бирә - Рәсәй банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе - Милли банк идарасыһы Марат Кашапов аңлата: - Халыҡ араһында партнерҙарҙың финанслауы башлыса «ислам банкы» булараҡ билдәле. Әммә законда «ислам банкингы» тигән төшөнсә юҡ һәм дөрөҫ тә түгел, сөнки ул ҡатнашыусыларҙың даирәһен һәм уларҙың мөмкинлектәрен сикләй. Партнерҙарҙың финанслауы ҡайһы бер илдәрҙә, һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә лә киң таралған. Унда ҡатнашыусылар этика һәм дини аспекттарға ҙур иғтибар бүлә - уларҙың түләүҙәрҙе ссуда рәүешендә алырға хоҡуғы юҡ, әммә инвесторҙар һәм клиенттар менән бындай проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙан килгән табышты һәм хәүефте уртаҡлаша. Улар өсөн уйын эшмәкәрлеген, тәмәке изделиелары, алкоголь, ҡорал етештереү буйынса проекттарҙы финанслау сикләнгән. Башҡортостанда банктар, финанс ойошмалары һәм ҡулланыусылар йәмғиәте, фондтар, коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмалар, хужалыҡ йәмғиәте йәки ширҡәт формаһында теркәлгән юридик шәхестәр партнерлыҡ хеҙмәте күрһәтә ала. Был ойошмалар йәки уларҙың филиалдары төбәк биләмәһендә теркәлгән булырға тейеш. Клиенттар - партнерҙар финанслауы хеҙмәттәренән ҡулланыусылар өсөн бындай сикләүҙәр юҡ. Партнерҙар финанслауы, әлегә тиклем булған финанс продукттары рәтен тулыландырып, финанс баҙарына яңы ҡатнашыусыларҙы, йәғни үҙҙәренең этика һәм финанс өҫтөнлөктәренә ярашлы финанс хеҙмәттәре менән файҙаланырға теләгән шәхси кешеләрҙе һәм эшҡыуарҙарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк. Экспериментта ҡатнашыусылар Рәсәй банкының закон һәм норматив акттары талаптарына тап килергә һәм махсус реестрҙа теркәлергә тейеш: https://vk.cc/cqFl0f Рәсәйҙә партнерлыҡ финанслауы дини төҫкә индерелмәгәс һәм законда ла сағылыш тапмағас (https://vk.cc/cqFkYj), ҡатнашыусылар өсөн милли, конфессиональ һәм башҡа социаль билдәләр буйынса сикләүҙәр юҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алынды. Башҡортостанда ҡайһы бер банктар һәм лизинг компаниялары экспериментҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдергән дә инде. Һынауҙа ҡатнашыу халыҡ-ара иҡтисади бәйләнештәр тәңгәлендә яңы үҫеш йүнәлештәре табыуға этәргес буласаҡ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан