Бөгөн, 8 сентябрҙә, Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районы спортсыһы, паралимпиясы Фәнүр Аҡназаров менән осрашты. Йәш кеше, һаулыҡ мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, бала саҡтан Мәләүездең «Толпар» ат спорты клубында һыбай йөрөү менән шөғөлләнә. 2023 йылдың авгусында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә Радий Хәбировҡа Фәнүр эшләгән ат һыны төшөрөлгән ағас панно тапшыралар һәм егеттең Башҡортостан Башлығы Хакимиәтендә һәм төбәк етәксеһенең эш кабинетында булырға хыялланыуы хаҡында әйтәләр. Радий Хәбиров спортсының ғаиләһен ҡунаҡҡа саҡырҙы. Республика йортондағы осрашыуҙа Башҡортостан Башлығы, республика паралимпиясыға медицина ярҙамы һәм реабилитация йәһәтенән булышлыҡ итәсәк, тип билдәләне. - Ат спорты тармағына ярҙам сиктәрендә төбәк ипподромдарын да яңыртырбыҙ. Мин коронавирус пандемияһы алдынан Мәләүездең «Толпар» клубында булдым, ул да яңыртыуға мохтаж. Бындай учреждениеларҙа мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн иппотерапия үҙәктәрен булдырырға теләйбеҙ, - тип билдәләне Радий Хәбиров. Башҡортостан Башлығы 10 сентябрҙә Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында үтәсәк «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының финал ярыштарында йәки киләһе йылда «Башҡорт аты» фестивалендә тағы ла бер тапҡыр Фәнүр Аҡназаров менән осрашырға һөйләште. Радий Хәбиров был осрашыу хаҡында социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә лә яҙма менән уртаҡлашты. “Мәләүез районынан Фәнүр Аҡназаров аттарҙы бик ярата һәм, сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан, уларға күп ваҡыт бағышлай – бала саҡтан һыбай йөрөү менән шөғөлләнә. Фәнүрҙең тағы бер мауығыуы – ағасты көйҙөрөп һүрәт эшләү. «Башҡорт аты»нда миңә картина – Фәнүр үҙ ҡулдары менән эшләгән ат һүрәте бүләк иттеләр. Бына бөгөн ул ата-әсәһе – Гөлдәр Сәмсетдин ҡыҙы һәм Йәмил Тәлғәт улы менән килде. Уға үҙемдең эш урынымды күрһәттем. Беҙҙең өсөн был егет – һынауҙарға ҡарамай, йәшәргә һәм һәр яңы көнгә ҡыуанырға кәрәклекте раҫлаған, изге күңелле булыу зарурлығын күрһәткән өлгө. Һаулыҡ һәм ныҡлыҡ уға! Фәнүрҙең ата-әсәһе алдында баш эйәбеҙ! Мәләүез ҡалаһының «Толпар» ат спорты үҙәге тренерҙарына һәм хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров. Сығанаҡ һәм фото: glavarb.ru һәм