Салауат Юлаев исемендәге икенсе ирекле батальон яугирҙәрен яйлап туплау дауам итә, уларҙы алдағы көндәрҙә хәрби әҙерлек урынына оҙатасаҡтар. Ирекмәндәр Түбәнге Новгород өлкәһендә әҙерлек үтәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Башлығының Милли гвардияһы ғәскәрҙәре менән үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеү буйынса кәңәшсеһе Артур Йомағужин. Батальонды ойоштороу буйынса штабҡа бөтәһе өс меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән, 400-гә яҡын ғариза ҡабул ителгән, әммә ғариза биреүселәрҙең ҡайһы берҙәре һаулыҡ торошо йәки башҡа факторҙар буйынса үтмәгән. Шуға күрә батальонға яугирҙар йыйыу дауам итә. "Салауат Юлаев исемендәге махсус тәғәйенләнештәге батальон ойошторолғандың тәүге көндәренән алып Ватаныбыҙҙың иң яҡшы улдары килә. Дошман менән көрәшергә теләүселәр ағымы республикабыҙҙың бөтә райондарында күҙәтелә. Килеүселәр Рәсәй Милли гвардияһының Волга буйы федераль округы базаһында һөнәри әҙерлек үтә”, – тине Артур Йомағужин. Салауат Юлаев исемендәге икенсе батальонда хеҙмәт итергә теләгән ир-егеттәргә түбәндәге тел