2022 йылда Башҡортостан халҡы мутлашыусыларға 1,6 миллиардтан ашыу һум аҡса күсергән, ә әле тамамланмаған 2023 йылда – 1 миллиардтан ашыу һум. Енәйәтселәр үҙҙәрен полиция, Федераль именлек хеҙмәте, банк хеҙмәткәре тип таныта һәм телефон аша ғына кешене алдап, ҙур-ҙур суммала аҡса ала. Был хәлдең сәбәбе нимәлә? Мутлашыусыны ысын полиция йәки банк хеҙмәткәренән нисек айырырға? Күптәр аҡса һорап иркенән мәхрүм ителгән кешеләр шылтырата тип уйлай. Ә ысынбарлыҡта Рәсәй халҡын ойошҡан енәйәти төркөмдәр талай. Улар башлыса сит илдән тороп эш итә, шуға күрә был әҙәмдәрҙе тотоу, урланған аҡсаны кире ҡайтарыу бик ҡатмарлы. Мутлашыусылар өсөн эш сценарийын профессиональ психологтар, манипуляция һәм нейро-лингвистик программалау буйынса белгестәр төҙөй. Һеҙҙең тарафтан әйтелгән һәр дәғүәгә йәки реакцияға уларҙың яуабы йәки яңы һорауы әҙер. Шуға күрә йыш ҡына яңылыҡтарҙа кешеләрҙең гүйә гипноз тәьҫире аҫтында эш итеүе – кредит юллауы, фатирын һатыуы йәки банкоматҡа барып, мутлыҡ ҡылыусыларға аҡса к