Бөгөн - Ленинград һаҡлаусыларын иҫкә алыу көнө. 82 йыл элек, 1941 йылдың 8 сентябрендә, Ленинград блокадаһын өҙҙөләр. Ленинград ҡалаһы халҡы түҙеп бөткөһөҙ шарттарҙа ҡала: аҙыҡ-түлек юҡ, йорттар йылытылмай. Ошондай һынауҙарҙы 872 көн дауамында кисерергә тура килә. Әммә ленинградлылар дошман менән көрәште дауам итеү, фронтҡа ярҙам итеү һәм үҙ ҡалаһын һаҡлап ҡалыуға өмөтөн юғалтмай. Ҡала халҡының байтаҡ өлөшө производствоға йәлеп ителә – ҡалалағы тиҫтәләгән завод ҡорал сығарыуға күсерелә. Балалар дөйөм эштән ситтә ҡалмай – улар дошман менән көрәшкә үҙ өлөшөн индерә, яралыларға ярҙам итә, һыу, почта ташый. Ленинградлылар ҡаланың мәҙәни мираҫын емереүҙән ҡотҡарырға, шулай уҡ төньяҡ баш ҡаланың традицияларын һәм йәшәү рәүешен һаҡлап ҡалырға тырыша. Аслыҡ һәм түҙеп торғоһоҙ шарттарға ҡарамаҫтан, бер нисә театр һәм китапхана эшен дауам итә. Былар барыһы ла ленинградлыларҙың ғәҙәти тормошоноң бер өлөшө була, улар уны хатта фашистарҙың мәкерле эш итеүҙәре шарттарында ла дауам итеү мөһим тип һан