Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Ҡыҫылмағыҙ!”

Йәш, моңло тауышлы йырсы Гөлназ Асаева үҙенең тура һүҙлеге менән билдәле. Уға социаль селтәрҙә фанаттары йыш ҡына кәңәштәр бирә, ә Гөлназ уларға бик иғтибар ҙа итмәй, "ҡыҫылмағыҙ", тип кенә ебәрә. Айырыуса, ҡыҙҙары Динә тыуғас бындай кәңәшселәр артҡан. Ошо көндәрҙә ул тағы бер осраҡ тураһында һөйләне. Гөлназ һалған видеояҙмала Динә ауыҙына имеҙлек ҡабып йөрөгән. Ә кешеләр ул ни эшләп һаман имеҙлек имеп йөрөй тип яҙа башлаған. Кемдер бала һаҡау буласаҡ тигән, икенселәр иһә тештәре ҡыйыш үҫәсәк тип ҡурҡытҡан. “Һеҙҙең эш түгел ул. Имеҙлек менән йөрөй икән – йөрөһөн. Һеҙҙең ни эшегеҙ бар? Уға ете йәш түгел бит, ике генә”, – тигән ул. Фото: социаль селтәрҙәр.