Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өй туҡмасы яугирҙәргә күңел йылыһын илтһен!

Әлшәй районында ла, тотош республикабыҙҙағы кеүек, хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә ярҙам ойоштороу әүҙем бара. Бына әле Сураҡай ауылының уңған хужабикәләре һалдаттарға ебәреү өсөн туҡмас киҫеп әҙерләгән. Өй ризығы яугирҙәребеҙгә күңелебеҙ йылыһын, бар изге уй-теләктәребеҙҙе еткерһен, тип тырышҡан улар. Маскировка селтәрҙәре үреү ҙә дауам итә. Раевкалағы пионерҙар йортондағы оҫтахана иртәнән кискә ҡәҙәр асыҡ. Буш ваҡыты барлыҡҡа килгән һәр әлшәйле ошонда ашыға, селтәрҙәр үреү эше йылдам барһын өсөн үҙ өлөшөн индерә. Шафран, Никифар, Балғажы, Алдар, Сураҡайҙа ла селтәр үреү эшенә һәр кем – уҡыусылар булһынмы, йәштәрме, өлкәндәрме ҡатнашырға тырыша. Шафранда, мәҫәлән, бишенсе маскировка селтәрен үреп бөткәндәр. Урындағы халыҡ МХО-лағы ир-егеттәргә ике автомобиль дә һатып алып ебәргән, уларҙың береһе – бронировкаланған, ул яралыларҙы яу яланынан алып сығырға ярҙам итә. Әлшәйҙәрҙең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙамы тураһында район хакимиәте башлығы Дамир Мостафин йылы итеп яҙып бара. "Яугирҙәргә еңеүҙе яҡынайтырға ярҙам иткән битараф булмаған яҡташтарға рәхмәт. Бергәләшеп ҙур изге эш эшләйҙәр", – тип яҙа ул. Әлшәй халҡы шулай, бар Башҡортостан кеүек, яугирҙәргә ҡулынан килгән ярҙамды күрһәтеп, уларға түҙемлек, һаулыҡ теләй һәм өйҙәренә тиҙерәк ҡайтыуҙарын көтә.Сығанаҡ: vk.com/mustafin1959