Билдәле булыуынса, Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары менән йыл һайын апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында республикала Милли кейем көнө үтә. Сибай ҡалаһының “Тирмәкәй” ҡатнаш төрҙәге балалар баҡсаһы мөдире Гөлфиә Мәғәсүмова белдереүенсә, мәктәпкәсә балалар учреждениеһына төрлө милләт ҡыҙ һәм малайҙары дуҫ һәм татыу йөрөй. Коллективта кескәйҙәрҙе яратҡан, үҙ эшенә яуаплы ҡараған тәрбиәселәр эшләй. Уларҙың һәр береһе балаларға милли рух һәм илһөйәрлек сифаттары тәрбиәләүҙә, баланы шәхес итеп үҫтереүҙә, уларҙың һәләттәрен асыуҙа ҙур өлөш индерә. Балалар баҡсаһында төрлө халыҡ йолаларына арналған байрамдар, төрлө кисәләр даими үткәрелә. "Алға, Сибай!" урындағы йәмәғәт ойошмаһының проекты 2023 йылда Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлауға һәм үҫтереүгә субсидиялар формаһында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттарын тапшырыу конкурсында еңеүсе булды. Проектты 2023 йылдың 1 се