4-10 сентябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тире ауырыуҙарын иҫкәртеү аҙналығын үткәрә. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки был сара кешеләрҙең сәләмәтлегенә иғтибар йүнәлтергә ярҙам итә. Белгестәр иҫкәртә: тире ауырыуҙарына һәр йәштәге кешеләр дусар булыуы ихтимал. Ҡайһы бер сирҙәр йоғошло, бәғзеләре шул тиклем хәүефле, хатта үлем осрағына килтереүе бар, шуға күрә кисекмәҫтән дауалауҙы талап итә. Тире ауырыуҙарҙы тәндең һәр өлөшөндө – биттә, ҡулда, аяҡтарҙа, шулай уҡ башҡа урындарҙа ла булырға мөмкин. Йыш ҡына табандың тире ауырыуҙары осрай, мәҫәлән, тире бәшмәге. Күп сирҙәр үҙ аллы булһа, ҡайһы берҙәре организмдың эске ауырыуҙарының билдәһе булып тора, мәҫәлән, аллергик тире ауырыуҙары түбәнәйгән иммун статусын иҫкәртеүе ихтимал. Абай булыу, сәләмәтлекте хәстәрләү, пациенттарҙы даими иҫкртеп тороу һәм ваҡытында табиптан тикшерелеү тиренең яман шештәрен иртә стадияларҙа асыҡлау өсөн беренсе дәрәжәләге әһәмиәткә эйә. Фото: mb.vbglenobl.ru