4-10 сентябрҙә Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тире ауырыуҙарын иҫкәртеү аҙналығын үткәрә. Республика тире-венерология диспансерының 6-сы дерматология бүлеге мөдире Надежда Надырченко төбәктә киң таралған тире ауырыуҙары, уларҙың билдәләре һәм иҫкәртеү саралары хаҡында бәйән итте. Мәғлүм булыуынса, бөгөн иң йыш осраған тире ауырыуы - псориаз. Таралыу буйынса икенсе урында - экзема, атопик дерматит, ҡыҙыл яҫы лишай. Артабан контакты-аллергик дерматит, токсикодермия, тиреләге бәшмәк ауырыуҙары килә. - Бәшмәк ауырыуҙары йышыраҡ ҡыш көнө, йылы аяҡ кейеме кейгәндә осрай – ти белгес. Л – Экзема менән псориаз да йышыраҡ көн һалҡын ваҡытында барлыҡҡа килә. Токсикодермия иһә ҡулланған аҙыҡ-түлеккә йәки дарыуға реакция булараҡ барлыҡҡа килә һәм йышыраҡ йәй көнө сыға, бигерәк тә беҙҙең рационда йәшелсә һәм емеш-еләк әүҙем ҡуланылғанда киң тарала. Контактлы аллергия дерматиттары ла кешеләрҙе йылдың йылы миҙгелендә йышыраҡ зарарлай, бигерәк тә баҡса-ҡала эштәре ваҡытында: уға ер, төрлө үҫемлект