Башҡортостандың транспорт министры Александр Клебанов “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә Зинин ауылында юл үткәргес төҙөү барышын тикшерҙе. 2023 йылдың сентябренә төп юлдың 1850 метр оҙонлоғондағы ер ҡатламы өйөмөн төҙөү буйынса эштәр тамамланған. Ул һәр йүнәлештә икешәр һыҙатлы дүрт хәрәкәт һыҙатына иҫәпләнгән. Объектта ямғыр канализацияһы төҙөлгән, япмалар асфальтланған. Подрядсылар дөйөм оҙонлоғо биш километрлыҡ гранит бордюр ҡуйыу буйынса эштәр алып бара. – Юл үткәргестең үҙен төҙөү эштәре тамамланған. Юл билдәләрен һыҙыу, хәрәкәтте ебәргәс кенә эшләргә мөмкин булған юлдарҙы тоташтырыу урындарын ҡороу, даими схема буйынса тышҡы яҡтыртыуҙы урынлаштырыу, локаль таҙартыу ҡоралмалары эшләү һәм булған тимер юлы аша сыға торған урынды бөтөрөү буйынса эштәрҙе башҡарырға ҡалды, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов. Тышҡы яҡтыртыу ҡоролмалары өсөн бында энергияны һаҡсыл файҙаланыусы заманса яҡтыртҡыстар менән 119 таяу ҡуйыласаҡ. Ҡалған эштәрҙе 2023 йылдың дүртенсе кварталында тамамлау күҙаллана. “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект "Безопасные качественные дороги") “2030 йылға тиклемге осорға Рәсәй Федерацияһын үҫтереүҙең милли маҡсаттары һәм стратегик бурыстары тураһында” президент Указы положениеларын үтәү өсөн Рәсәйҙең Транспорт министрлығы тарафынан әҙерләнгән. Милли проекттың масштабы бөтә илде солғап ала, унда Рәсәйҙең 84 субъекты ҡатнаша. Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.