Ҡәнәферҙең дауалау үҙенсәлектәре тураһында күптән билдәле, ә Ҡытай медицинаһында әле лә киң ҡулланыла. Был хуш еҫле тәмләткес бета-каротин, В төркөмө витаминдары, С, Е витаминына, эфир майҙарына бай. Киптерелгән ҡәнәфер күп сирҙән ярҙам итә. Ауыҙ ҡыуышлығы сирҙәре булғанда, көн һайын ҡәнәфер сәйнәгеҙ. Был кәңәште тотоусылар стоматит, пародонтоз тураһында онотасаҡ. Ҡәнәфер – ауыҙ ҡыуышлығын сафландырыусы тәбиғи сара. Уның эфир майҙары ауыҙҙағы насар еҫте бөтөрә. Тамаҡ ауырта башлағанда ла уны сәйнәргә була. Бынан тыш аш эшкәртеү, матдәләр алмашыныуҙы яҡшырта, ябығырға ярҙам итә. Бының өсөн ашарға 15 минут ҡалғас ике ҡәнәферҙе бер сәй ҡалағы бал менән сәйнәргә кәрәк. Ҡәнәфер колит, метеоризмды ла дауалай, ашҡаҙан һуты әселеге түбән булған гастриттан ярҙам итә. Ҡәнәфер составында яман шеш күҙәнәктәре үҫешен тотҡарлаусы, яңылары барлыҡҡа килеүҙән һаҡлаусы эвгенол матдәһе бар. Ғаиләгеҙҙә яман шеш менән ауырыусы булһа, сирҙе киҫәтеү маҡсатында ҡәнәфер менән дуҫлашығыҙ. Ҡан баҫымы түбән булыу