Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөгөн – Милли кейем көнө

Республикабыҙҙа Милли кейем көнө2020 йылдан алып билдәләнә. Ул тыуған төйәгебеҙҙә йәшәгән төрлө халыҡтарҙың йолаларына, мәҙәниәтенә иғтибар биреүгә йүнәлтеп билдәләнә башланы. Йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө, сентябрҙең икенсе йомаһында үткәрелә, шуға күрә был аҙнла, атап әйткәндә, 8 сентябргә тура килә. Башҡортостанда, ғәҙәттәгесә, был көндө бихисап саралар көтөлә. ”Ҡашҡаҙан” паркында көндөҙгө 3-тә Республика халыҡтар дуҫлығы йорто байрамға арналған сараларҙы башлай. Бында милли кейем элементтарын эшләргә өйрәнеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә. Әбйәлил районы оҫталары ҡатын-ҡыҙҙарҙың түш биҙәүестәре күргәҙмәһен күрһәтә, боронғо башҡорт күлдәген дөрөҫ кейергә өйрәтә.Бында шулай уҡ башҡорт, рус, мари, мишәр бейеүҙәренә лә өйрәнеп ҡарау мөмикнлеге була. Йәйге эстрада сәхнәһендә милли кейемдең тарихи үрнәктәре, "Ағиҙел" ойошмаһынан, Өфө дизайнерҙарынан заманса кейем коллекциялары ла күрһәтеләсәк.Бөгөнгө байрам сараларында Ф.Ғәскәров исемендәге академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә ҡатнаша. Коллектив "Урал менән Шүлгән" хореография спектакленән сәхнә кейемдәрен күрһәтә. Сарала ансамблдең алдынғы артистары, почетлы ветерандары, спектаклде сығарыусылар һәм кейем буйынса рәссамдар ҡатнаша. Сара ансамблдең концерт залында көндөҙгә 12-лә башлана. Киске сәғәт 8-ҙә "Беренсе Май" паркында милли кейем көнөнә арналған ҡала байрамы башлана. Милли биҙәктәр урын алған әйберҙәрҙе баш ҡаланың кәсепселәре күрһәтә. Ҙур концерт программаһы ла көтөлә. Милли музейҙа "ЭТНО стилендәге көн" акцияһы үтә. Ҡатанашыусыларға башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли кейемдәре тураһында һөйләйҙәр, ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтелә, кәрзин үрергә өйрәнергә була. Милли бейеүҙәр буйынса флешмобта ҡатнашып, башҡорт милли кейемендә фотоға төшөргә лә мөмкин. Өфөнөң үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы ла байрамға ҡушыла, бында 13 сентябргә ҡәҙәр онлайн һәм офлайн тәртиптә күп кенә сара ойошторола. 9 сентябрҙә Башҡортостандың Милли йәштәр театры М. Буранғоловтың "Башҡорт туйы" драмаһына саҡыра. Спектакль киске 6-ла башлана. Республиканың тағы бихисап мәҙәни учреждениелары Милли кейем көнөнә саралар әҙерләгән. Улар араһында Милли әҙәбиәт музейының Ҡырмыҫҡалылағы филиалы, Салауат драма театры, Өфөнөң "Нур" татар театры һәм башҡалар бар. Республика халыҡ ижады үҙәге өфөләр араһында һораулама үткәреп, уларҙың республика халыҡтарының милли кейеме тураһында нимә белеүҙәрен асыҡларға йыйына. Милли кейем көнөн бергәләп билдәләйек, төркөмдәштәр! Фотоларҙа: Ғәбиҙә менән Хәмит Вәлиевтәрҙә. Ғәбиҙә апай - Ҡурған башҡорттарының милли кейемен тергеҙеү оҫтаһы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.