Төбәк биләмәһендә һайлау процесын ойоштороу менән Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы һәм 69 территориаль һайлау комиссияһы шөғөлләнә. 2023 йылдың 10 сентябрендә үтәсәк һайлауҙа: - 3 мең 273 стационар һайлау участкаһы, - һайлаусыларҙың ваҡытлыса булған урындарында (дауаханаларҙа, СИЗО-ларҙа, шифаханаларҙа, тимер юл вокзалында) ҡырҡ һайлау участкаһы йәлеп ителәсәк. Республикала махсус трафареттар һәм ҙур шрифт менән эшләнгән мәғлүмәт материалдарын файҙаланып, күреү буйынса инвалидтарға тауыш биреү өсөн биш һайлау участкаһы билдәләнгән: Өфөлә - ике участка, Стәрлетамаҡта, Белоретта һәм Бәләбәйҙә – берәр. Төбәктә алты исемле һайлау участкаһы бар. Улар дәүләт һәм хәрби эшмәкәрлектә, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштары булған кешеләрҙең исемдәрен йөрөтә. Әбйәлил, Бәләбәй, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле райондарында Һәм Өфөнөң Дим районында ошондай һайлау участкалары биләмәһендә йәшәгән һайлаусылар тауыш биреү көнөндә үҙҙәренең һайлау хоҡуғынан файҙаланып ҡына ҡалмай, Ба