“Өфө-Арена” алдындағы майҙанда отпускыла булған мобилизацияланған яугирҙәрҙе оҙатыу тантанаһы үтте. Хәрби хеҙмәткәрҙәр әйтеүенсә, был юлы өйҙән китеү бер йыл элек повестка алғанға ҡарағанда күпкә ауырыраҡ. Арығанлыҡ та, өйҙө һағыныу ҙа сағыла. Әммә беҙҙең яугирҙәрҙең кәйефе хәрбиҙәрсә, улар иптәштәре янына барыуҙарына шат. “Унда минең бөтә иптәштәрем! Өйҙә ял иткәндә, улар өсөн борсолдом. Көн һайын хеҙмәттәштәрем менән бәйләнештә булдым, уларҙың хәлдәрен һорашып торҙом. Дөрөҫөн әйткәндә, мин хатта китеүемә шатмын. Егеттәр унда йөрөгәндә ял итеп ятыу уңайһыҙ ҙа булды хатта. Улар беҙҙе көтә. Ә отпуск иһә яҡшы үтте. Һөйгән ҡыҙым менән осрашырға өлгөрҙөм, ул күрше Татарстанда йәшәй, аквапаркка барҙыҡ, – тине “Юрген” позывнойлы яугир. Ир-егеттәр ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыла булды, бындай ял ярты йылға бер тапҡырҙан да кәм булмаҫҡа тейеш. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар әйтеүенсә, улар өсөн ғаилә менән ваҡыт үткәреү мөһим. Ял ваҡытында яугирҙәр туғандарын һәм яҡындарын барып күргән, эш урындарында булған. – Туғандарымды, яҡындарымды бик һағынғайным. Ниһайәт, 11 айҙан һуң, уларҙы ҡайтып күрҙем. Был юлы ипотека буйынса бурысымды ҡапланым, пенсия юлланым. Мобилизацияға тиклем эшләгән предприятиеға барып, хеҙмәттәштәрем менән осраштым, – тип һөйләне бер яугир. Икенсе яҡташыбыҙ белдереүенсә, окоп тормошонан һуң бындағы шарттарҙа үҙен хатта уңайһыҙыраҡ та тойған. “Унда ла насар түгел, яшы ашаталар һәм кейендерәләр”, – ти. Яугирҙәрҙең күпселеге ялдарын файҙалы үткәргән. – Бөтә туғандарымды, яҡындарымды күрҙем. Картуфты ла ҡаҙышып өлгөрҙөм. Хәҙер тыныс күңел менән хеҙмәт иткән часҡа юлланам, – ти уларҙың береһе. Оҙатыусылар араһында яҡындарына посылка ебәреү өсөн килгән кешеләр ҙә бар ине. – Әле минең ирем махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Уға хеҙмәттәштәре аша посылка ебәрергә килдем. Беҙ бөтәбеҙ ҙә уны яратабыҙ, көтәбеҙ. “Денис, мин һине яратам! Өс балабыҙ һине көтә. Бөтәһе лә яҡшы булыр, тип ышанабыҙ, көтәбеҙ!” – тип сәләмен тапшырып ҡалды ҡатын. Шулай итеп, былтыр мобилизацияланған ир-егеттәрҙең бер төркөмө сираттағы ялда булды. Улар үҙҙәре бында булһа ла, күңелдәре менән яу билмәһендә ҡалған иптәштәре янында ине. Күптәре: “Унда иптәштәр көтә. Кәйефтәр күтәренке, Еңеү беҙҙеке буласаҡ!” – ти. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Лопухов юлға сығыр алдынан Башҡортостан яугирҙәренә теләктәрен әйтте. "Ғаиләләрегеҙ, туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ республика иғтибарынан ситтә ҡалмаясаҡ. Һеҙ ҙә иғтибарһыҙ ҡалмаҫһығыҙ. Башҡортостан хәрби хеҙмәтте башҡарыу еңелерәк булһын өсөн махсус хәрби зонаға кәрәкле йөктәрҙе килтереү буйынса даими эш алып бара. Был бурыс артабан да үтәләсәк. Барығыҙға ла йәһәтерәк иҫән-һау еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы теләйем”, - тине ул. Валерий Шахов фотолары.
"Егеттәр унда йөрөгәндә ял итеп ятыу ҙа уңайһыҙ..."
7 сентября 20237 сен 2023
2 мин