Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге Хөкүмәт ултырышында һөнәри белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын модернизациялау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидиялар формаһында гранттар биреү тәртибен актуалләштереү мәсьәләһе ҡаралды. Андрей Назаров, Башҡортостан илдә урта профессиональ белем биреү учреждениелары һаны буйынса алдынғыларҙың береһе булып тора, тип билдәләне. - Урта профессиональ белем биреү системаһы квалификациялы кадрҙар әҙерләүҙең стратегик звеноһы булып тора. Был – иҡтисад үҫешенең иң мөһим ресурсы. «Профессионалитет» федераль проекты ярҙамында киләһе йылда республикала колледждар нигеҙендә өҫтөнлөклө тармаҡтар буйынса 14 заманса үҙәк ойоштороласаҡ. Был маҡсаттарға 1 миллиард һумдан ашыу федераль средстволар йәлеп итеү планлаштырыла. Республика бюджетына 600 миллион һумдан ашыу аҡса һалынған. Былтырҙан алып колледждарҙы капиталь ремонтлау программаһын тормошҡа ашыра башланыҡ. 11 бина ремонтланған, медицина колледждарының 4 филиалы булдырылған. Быйыл 12 колледжға капиталь ремонт үткәреүгә 500 миллион һум бүленгән дә инде, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Андрей Назаров. Айбулат Хажин үҙ сығышында билдәләүенсә, республика һөнәри белем биреү ойошмалары һаны буйынса алдынғы урындарҙы биләй. Төбәктә 92 колледж эшләй, улар республиканың бөтә райондарында ла тиерлек урынлашҡан. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарары менән һөнәри белем биреү ойошмаларының матди-техник базаһын модернизациялау маҡсатында Башҡортостан Республикаһы бюджетынан субсидия формаһында гранттар биреү тәртибе раҫланды, ул Башҡортостан Республикаһы Башлығының 2022 йылдың 18 февралендәге урта профессиональ белем биреү буйынса республика советы ултырышы йомғаҡтары буйынса әҙерләнгән. 2023 йылда профессиональ оҫталыҡ һәм демонстрациялау имтихандарын үткәреү буйынса бөтә Рәсәй чемпионат хәрәкәте йәһәтенән ҡайһы бер үҙгәрештәр булыу сәбәпле, был тәртипкә үҙгәрештәр индерелә. Проектта өс колледжға республика ҡаҙнаһынан 30-ышар миллион һум күләмендә субсидия формаһындағы гранттар биреү ҡаралған. Һайлап алыуҙы 2023 йылдың сентябренән үткәреү күҙаллана, артабан йыл һайын федераль проекттарҙа ҡатнашмаған һәм социаль функциялар башҡарған колледждарҙы яңыртырға мөмкинлек бирәсәк. Андрей Назаров тәҡдим ителгән ҡарар проектын хупланы. - Мәғариф һәм фән министрлығына колледждарҙың матди-техник базаһын яңыртыу маҡсатында дәүләт профессиональ белем биреү ойошмаларына гранттар биреүгә конкурс үткәреү буйынса эште ойошторорға ҡушам. Сығанаҡ һәм фото: pravitelstvorb.ru