Төркөмөбөҙҙә иғлан иткән конкурстың киләһе ҡатнашыусыһы – Йылайыр районының Сәләх ауылынан Шәрифә Иҫәнбаева. Уңған хужабикәнең өҫтәленән тәмле-татлы ризыҡ өҙөлмәй. Барыһын да үҙ ҡулдары менән әҙерләй ул. Ҡышҡылыҡҡа һөт ризыҡтарының бөтә төрөн, ҡышын татлы бәлештәр бешерергә емеш-еләктәрҙе туңдырғыста һаҡлаһа, банка менән ҡайнатма, компот-ҡабымлыҡтар күптән баҙға төшөп ултырған да инде. - Емеш еләк өлгөргәнен түҙемһеҙлек менән көтөп алам. Иң беренселәрҙән булып турғай еләге бешә. Ҡайнатма эшләйем, артҡанын һатып килем алабыҙ. Мин килен булып килгәндән муйыл, бәшмәк, картуф, емеш-еләкте үҙебеҙгә эшкәртеп алғандан ҡалғанын һатабыҙ. Иң аҙаҡтан балан өлгөрә. Емештәрҙе ҡышҡылыҡҡа киптереп тә алам, бәлеш эслегенә һыуытҡысҡа туңдырам. Быйылғы йыл айырыуса яҡшы булды минең өсөн, сөнки ваҡытында ямғыр яуҙы, уңыш йыйып бөткөһөҙ күп булды, шөкөр, – тип һөйөнә хужабикә. – Йыл да ризыҡ күп булһын, Алла бирһә, иҫәнлектә-һаулыҡта теүәл генә булып тормош иптәшем, бала-саға, туғандар, дуҫтар, ауылдаштар, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар менән бергә-бергә имен-һау ризығыбыҙға яҙһын, Алла бирһә. Донъялар тынысланып китһен инде. Шәрифә һәм Ишбулат Иҫәнбаевтарҙың баҡсаһында ниндәй генә төрлө емеш ағасы юҡ. Балалары бәләкәй саҡта ултыртҡан биш-алты сорт алма ағасы хәҙер йыл һайын алмашлап уңыш бирә. Конкурсантыбыҙға тауыш биреү өсөн https://vk.com/gazetabashkortostan?w=wall-104965500_250088 һылтанма буйынса баҫығыҙ.