Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 7 сентябрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы «Инвестиция сәғәте»н үткәрҙе. Унда сәнәғәттә һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә яңы башланғыстар хупланды. «ЛУКОЙЛ-Уралнефтепродукт» компанияһының генераль директоры Айҙар Әбүзәров төбәктә автозаправка станцияларының (АЗС) фирма селтәрен үҫтереү һәм юл буйы сервисы хеҙмәттәре ассортиментын киңәйтеү проектын тәҡдим итте. Атап әйткәндә, Өфө-Аэропорт трассаһында автозаправкалау станциялары төҙөлөшөнә 310 миллион һумдан ашыу аҡса һалырға күҙаллайҙар. Майҙансыҡта тикшеренеү эштәре үткәрелгән һәм проект документацияһының бер өлөшөн әҙерләгәндәр. Шулай уҡ автозаправкалау станцияһы биләмәһендә минимаркет, кафе һәм электромобилдәр өсөн зарядлау станцияһы эшләйәсәк. 2025 йылда юл яны объектын сафҡа индереү 19 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостандың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статусын бирҙе. Яғыулыҡ ҡойоу станцияларын төҙөү өсөн инвесторға сауҙа үт