Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Искәндәр Ғәзизов менән Айгөл Әсәҙуллина бергәме?

Күптән түгел Айгөл Әсәҙуллина менән Искәндәр Ғәзизов башҡарыуындағы “Һанама” йырының премьераһы сыҡты. Был уларҙың тәүге дуэты түгел. Сираттағы йырҙарынан һуң халыҡ араһында "Айгөл менән Искәндәр бергә йәшәй башлаған икән", тигән имеш-мимеш таралды. - Искәндәр ҙә, мин дә башҡа йырсылар менән дуэттар эшләнек. Ижад кешеһе һәр саҡ эҙләнеү өҫтөндә. Искәндәр менән дуэт башҡарғандан һуң, беҙгә тауышығыҙ тап килә тинеләр. Ысынлап та, беҙҙең тауыштар бер-береһен тулыландырып тора. Шул яғы менән ул халыҡҡа яҡын булып сыҡты. Әммә шәхси тормошта бер-беребеҙгә ҡыҫылғаныбыҙ юҡ. Уның – үҙ тормошо, минең - үҙ тормошом, - ти Айгөл Әсәҙуллина. Айгөл Әсәҙуллина Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләй, Сибайҙа йәшәй, Ә Искәндәр - Өфө филармонияһында.Йырсыларға артабан да ҙур уңыштар теләйбеҙ! Сығанаҡ: Резеда Вәлиева Фото: Айгөл Әсәзуллинаның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.