17 сентябрҙә Стәрлетамаҡта «БСК Забег» спорт хәйриә ярыммарафоны үтә. Сараны ойоштороусы - «Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте. Был - спорт һөйөүселәр өсөн ҙур байрам. Һәр ҡатнашыусы үҙенә яраҡлы арауыҡ - 2, 5, 10 йәки 21,1 саҡрымды һайлай ала. «Башҡортостан сода компанияһы» ярыммарафонының дөйөм приз фонды 4 миллион һумдан ашыу тәшкил итә. 21 саҡрым арауыҡты беренсе булып яулағандарҙы - 200 мең һум, “Башҡортостан сода компанияһы” хеҙмәткәрҙәрен 150 мең һум күләмендә бүләк көтә. 10 километр арауыҡ еңеүселәренә - 150 мең һәм 100 мең һум. 5 километр арауыҡҡа иң ҙур бүләк - 50 мең һум һәм 40 мең һум, 2 километр арауыҡ еңеүселәренә - 12 мең һәм 10 мең һум. Иң яҡшы һөҙөмтәләр өсөн ҡатнашыусыларҙы 6-сы урынға тиклем бүләкләү ҡаралған. Дистанциялар бөтә йәштәгеләр һәм һәр физик әҙерлек өсөн дә асыҡ. Сара барышында балалар старттары ла уҙғарыла: 4 йәшкә тиклем - 50 м; 5-6 йәшлектәргә - 100 м; 7-9 йәш - 200 метр. 9 йәшкә тиклемге балалар өлкәндәр оҙатыуында йүгерә. Бөтә ҡатнашыусылар (балалар стартында кескәйҙән тыш) медицина белешмәһен - рөхсәт биреүҙе күрһәтергә тейеш. Ярышта ҡатнашыусыларҙы шулай уҡ ҡыҙыҡлы күңел асыуҙар, фудкорт, профессиональ фотографтар, приздар һәм бүләктәр көтә. Саранан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, йүгерегеҙ һәм бүләктәр отоғоҙ! Фото: "БСК Забег" төркөмөнән.