Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һайлауға һанаулы көндәр ҡалды

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау участкаларын тикшерҙе. Уларҙың барыһы ла янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә, террорға ҡаршы һаҡланыу ҡағиҙәләренә һәм санитар нормаларға тап килә. Ҡасан һәм ҡайҙа тауыш бирергә? Республикала бөтәһе 69 территориаль һайлау комиссияһы һәм 3273 участка комиссияһы эшләйәсәк, шуларҙың 40-ы граждандарҙың ваҡытлыса урынлашҡан урындарында: шифаханаларҙа, дауаханаларҙа, СИЗО-ларҙа булдырылған. Йола буйынса 1500-ҙән ашыу участка мәктәптәрҙә, колледждарҙа, башҡа белем биреү ойошмаларында, 1200-ҙән ашыуы - мәҙәниәт учреждениеларында, башҡалары китапханаларҙа, ятаҡтарҙа һәм башҡа ерҙә урынлашасаҡ. Йәкшәмбе, 10 сентябрҙә, иртәнге сәғәт 7-нән киске 9-ға тиклем тауыш бирергә кәрәк. Ә урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарын һайлауҙа ваҡытынан алда тауыш биреү әле бара һәм 9 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Фото: скриншот.