Найти тему
Башҡортостан гәзите

Миңзәлә апайҙың ҡарбузы уңған

Алдынғы уҡытыусы, шағирә, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы Миңзәлә Хәлилова Дәүләкән районының Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәй. Ул – бөтә ғүмерен уҡытыусылыҡ эшенә арнаған хөрмәтле мәғариф ветераны. Хисле күңелле Баймаҡ ҡыҙы шиғырҙар, хикәйәләр яҙа, Дәүләкәндәге “Дим” әҙәби берекмәһен етәкләй, Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты булып та танылды. Бөгөн Миңзәлә Вәсил ҡыҙының тағы бер матур шөғөлө менән таныштырырға теләйбеҙ: ул – бына тигән баҡсасы. - Шөкөр, быйыл да баҡсам мул уңышы менән ҡыуандырҙы: йылдағыса кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ, ҡауын, һуған, һарымһаҡ уңды. Айырыуса ҡарбуздың уңышы һөйөндөрҙө, - ти Миңзәлә апай. Ысынлап та, уның социаль селтәрҙәге битләүендә баҡса тулып тәгәрәп ятҡан ҙур-ҙур ҡарбуз фотоларын күреп, күптәр ҡыҙыҡһына икән. “Ниндәй сорт сәскәйнегеҙ?” “Ҡасан, нисек ултырттығыҙ?” - тип һорайҙар. - Үҫтереүгә килгәндә, артыҡ сере лә юҡ. Апрель аҙаҡтарында өйҙә һауыттарға сәстем. Өсөнсө япраҡтарын ебәреп, оҙоная башлағастар, май айында, ҡырауҙар үткәс, картуф баҡсаһына сығарып ултырттым. Башта сибегерәк инеләр, “ярай, үҫһә – үҫер, үҫмәһә – юҡ”, тип уйланым. Ғәжәпкә ҡаршы, гөрләп үҫеп киттеләр. Күптәр сортын һорай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, иҫләмәйем, орлоҡ һауытын да һаҡламағанмын. Ике ҡап (һәр береһенең эсендә 5-6 бөртөк орлоҡ) сәскәйнем, 27 ҡарбуз үҫеп етте. 17 августа – 60 йәшем тулған көндә – иң тәүгеһен өҙҙөк, 9,5 килограмм булды. Күптәре яҡынса ете килограмм тирәһе тарта. Үҙең үҫтергән еләк-емештең тәме бөтөнләй башҡа була бит ул. Ныҡ тәмле, шул тиклем ҡыҙарып бешкән үҙҙәре, - тип уртаҡлашты Миңзәлә Вәсил ҡыҙы. Абруйлы уҡытыусы, талантлы шағирә, шәп баҡсасы Миңзәлә Хәлиловаға уңыштар, һаулыҡ-сәләмәтлек теләйбеҙ! Фотолар: М. Хәлилованың шәхси архивынан.