Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә тормошондағы һәм ижадындағы яңылыҡтар менән даими таныштырып бара. Август айында Зилә һәм Айҙар Ғәлимовтар мәрйен туйын билдәләгәйне. Әле килеп яратҡан йырсыбыҙ ошо тантана мәлендә төшөрөлгән фотолар менән уртаҡлашты. “Был көндөң шатлығын беҙҙең менән уртаҡлашҡан дуҫтарыбыҙға рәхмәт әйтәм!” – тип яҙҙы Айҙар Ғәлимов шәхси сәхифәһендә. Ул шулай уҡ байрамды ойоштороусыларға ла ихлас рәхмәтен белдергән. Зилә һәм Айҙар Ғәлимовтарҙың ғаиләһенә күптәр һоҡланып ҡарай. Улар – бына инде 35 йыл йәшлек мөхәббәттәрен һаҡлап йәшәгән татыу, матур пар. Бер интервью барышында Айҙар Ғәлимовҡа “Һеҙҙең янда һәр ваҡыт ижадығыҙҙы яратыусы ҡатын-ҡыҙ бар. Бының ғаиләгеҙҙә иреш-талаш өсөн сәбәп булғаны бармы?” – тигән һорау биргәйнеләр. - Зилә һәр ваҡыт сабыр һәм йор аҡыллы булып ҡала белде, ул иренең артист булыуын һәм шуға бәйле хәл-торошто, уның ижадын үҙ иткән табыныусыларҙың булыуын аңлап ҡабул итте. Әлбиттә, көсөрг