Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән ултырышта «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. - Былтыр был маҡсатҡа һигеҙ миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтелде. Был ваҡыт эсендә республика 50-нән ашыу яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты алды. Өс меңдән ашыу берәмек медицина ҡорамалы һатып алынған һәм ҡуйылған. Бөрөлә һәм Саҡмағош ауылында ике поликлиника, шулай уҡ ике капиталь табип амбулаторияһы һәм һигеҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты асылған. 2023 йылда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының һигеҙ төбәк проекты буйынса саралар тормошҡа ашырыла. Финанслауҙың дөйөм күләме - 7 миллиард 361 миллион һум, шуның 4 миллиард 102 миллион һумы - федераль бюджет аҡсаһы, - тип билдәләне Министрҙар кабинеты башлығы. Быйыл өс поликлиниканы, үҙәк район дауаханаһын, Балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәген төҙөп бөтөү, 90 модуль конструкцияһын ҡуйыу, медицина ойошмаһын ремонтлау, 4308 берәмек медицина ҡорамалы һәм 168 автомобиль һатып ал