Килдеғол ауылында йәшәгән Рәғиҙә һәм Ильяс Баязитовтарҙың донъяһында мөхит бик үҙенсәлекле: өйҙәренән яҡшы кәйеф, йылылыҡ, ә йөҙҙәренән яҡтылыҡ бөркөлөп тора. Йорт тирәһендә күҙ ҡамаштырырлыҡ сағыу-сағыу сәскәләр үҫеүе, таҙалыҡ булыуы үҙе үк һәр нәмәгә хужа менән хужабикәнең алтын ҡулдары ҡағылыуы хаҡында һөйләй. Байғаҙынан килен булып төшкән йәш Рәғиҙә ферма ябылғансы һауынсы булып эшләй. Ире Ильяс армияға тиклем дә, 1986 йылда хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас та колхозда бригадир, мал көтөү, ағас ҡырҡыу, урып-сәсеү кеүек төрлө эштәрҙә йөрөй. “Урал” хужалығының ауылдағы бүлексәһе ябылыу сәбәпле, бына инде бер йыл тирәһе шәхси эшҡыуарҙа эшләй. Күркәм ғаилә бына тигән дүрт бала үҫтереп, хәҙер ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп йәшәй. Арыу-талыуҙы белмәгән эшсән кешеләр – тап шулай ти ауылдаштары был татыу ғаилә тураһында. Рәғиҙә Абдулхаҡ ҡыҙы менән һөйләшкәндә, бар ерҙә тәртип булдырыуға, был тиклем йәшелсә-емеш еләкте ҡарарға нисек өлгөрәһегеҙ, тип һорайым. Аптырарлыҡ та шул. Баҡсаларын машина тәгәрм