Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һайлау көнөндә Өфөлә Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләйәсәк

Өфө ҡалаһында Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы Башҡортостан Журналистар союзы һәм республикалағы сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәләренең Партия-ара советы менән берлектә “Һайлау-2023” йәмәғәт матбуғат үҙәген булдырасаҡ. Уның эшендә эксперттар, политологтар, йәмәғәтселәр, журналистар һәм блогерҙар ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ республикала эшмәкәрлек алып барған сәйәси партиялар вәкилдәре саҡырылған. Йәмәғәт матбуғат үҙәге 10 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөндә иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем “Hilton Garden inn” ҡунаҡханаһында, “Урал” залында, цоколь ҡатында эшләйәсәк. Журналистарҙы аккредитациялау 6-9 сентябрҙә иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем oprb2011@mail.ru.адресы буйынса үткәрелә. Бәйләнеш телефоны – Лилиә Шамаева, Башҡортостан Республикаһы Йәмәғәт палатаһының матбуғат секретары, +7 987 033-56-03. Фото: op.bashkortostan.ru/presscenter/news