Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендә үткән Хөкүмәт ултырышында етем балалар өсөн ойошмаларҙа тәрбиәләнеүселәргә үҙ ихтыяждарына айлыҡ түләүҙәр тураһында мәсьәлә ҡаралды. Министрҙар кабинеты башлығы һүҙҙәренсә, федераль ҡануниәттә етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларға социаль ярҙам күрһәтеү буйынса бер нисә гарантия ҡаралған: ул мәғарифҡа, медицина тәьминәтенә һәм һауыҡтырыуға, мөлкәткә һәм торлаҡҡа, социаль яҡлауға хоҡуҡ һәм башҡалар. - Шул уҡ ваҡытта закон төбәктәргә өҫтәмә рәүештә етемдәргә ярҙам итеү төрҙәрен билдәләргә хоҡуҡ бирә, - тип дауам итте Андрей Назаров. - Беҙ Башҡортостанда шундай өҫтәмә сара билдәләнек. Бынан тыш, был проект Стратегик башланғыстар агентлығы ойошторған «Яңы ваҡыт өсөн көслө идеялар» форумының төбәк этабында еңеп сыҡты. Закон проектына ярашлы, ай һайын етем балаларға кеҫә сығымдарына аҡса биреү күҙаллана. Был маҡсатҡа 2,5 миллион һум аҡса талап ителәсәк. Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/21718/ Фото: БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.