16-22 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһында үтәсәк I “ГеоВызов” халыҡ-ара геология чемпионаты – илдең геологияһы һәм буласаҡ геологтары тураһындағы сара. Ул ошо тармаҡтағы ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙа, экологияла, яңы кадрҙар әҙерләүҙә артабанғы маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы билдәләй. “ГеоВызов” Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ етәксеһе Евгений Петров ярҙамында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы буйынса үткәрелә. Республика башҡарма власы органдарынан тыш, чемпионатты ойоштороуҙа геологик тикшеренеүҙәр һәм ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуға бәйле эшмәкәрлек алып барған компаниялар, шул иҫәптән “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты” акционерҙар йәмғиәте, “Башмедь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм башҡалар әүҙем ҡатнаша. “Башнефтегеофизика” акционерҙар йәмғиәте лә чемпионаттың партнеры булып тора. “Беренсе чемпионаттың тап беҙҙә уҙғарылыуы айырыуса ҡыуаныслы, сөнки Башҡортостан – геология һәм нефть-газ тармағы өсөн белгестәр әҙерләү буйынса Рәсәй Федераци