Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект "Международная кооперация и экспорт") тормошҡа ашырыу сиктәрендә “Йыл экспортсыһы” Бөтә Рәсәй премияһының берҙәм округ конкурс комиссияһы Волга буйы федераль округында еңеүселәрҙе билдәләне. Комиссия ҡарары буйынса Башҡортостан Республикаһының ике эре предприятиеһы һәм ике бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеһы төрлө номинацияларҙа призлы урындар яуланы. Премия сеймал булмаған, энергетик булмаған тауарҙар, эштәр, хеҙмәттәр, шулай уҡ интеллектуаль эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен экспортлауҙа ҙур уңыштарға өлгәшкән ойошмаларға һәм шәхси эшҡыуарҙарға бирелә. – Беҙ экспортсыларыбыҙҙың ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ һәм артабан да уларға һәр яҡлап ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Былтыр республика бюджетынан экспортҡа йүнәлтелгән предприятиеларға финанс ярҙам күрһәтеү өсөн 50 миллион һум бүленгән. Тауарҙарҙы сит илгә ташыу сығымдарының бер өлөшөн ҡаплауға бирелгән субсидиялар йомғаҡтары буйынса хупланған экспорт күләме ике миллиард һум тәшкил итә. Быйыл республикабыҙҙың 19 предприятиеһы сит илгә тауар ташыу сығымдарын ҡаплауға төбәк бюджетынан субсидия алды, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров. Конкурстың округ этабы йомғаҡтары буйынса призлы урындар яулаусылар: Эре бизнес араһында "Яңы география" номинацияһында 1-се урын - “МЕТТА” яуаплығы сикләнгән йәмғиәте. Компания офис мебеле һәм комплектлаусы әйберҙәр, атап әйткәндә, офис ултырғыстары етештереү һәм экспортлау менән шөғөлләнә; Эре бизнес араһында “ESG яуаплы экспортсыһы” номинацияһында 2-се урын – “Өфөоргсинтез” асыҡ акционерҙар йәмғиәте. Компания нефть химияһы сәнәғәте продукцияһын етештерә һәм экспортлай; Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары араһында “ESG яуаплы экспортcыһы” номинацияһында 1-се урын – “АРТ-Оснастка”. Компания ҡамау колонналарын һәм скважиналарҙы һурҙырыу өсөн ҡорамалдарҙы технологик йыһазландырыу буйынса хеҙмәттәр күрһәтә; Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары араһында “Электрон сауҙа өлкәһендә иң яҡшы экспортлаусы” номинацияһында 1-се урын – Ураллесэкспорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Компания ылыҫлы, япраҡлы ағас һәм уларҙан әҙерләнгән материалдарҙы экспортлай. – Эшҡыуарҙарыбыҙҙың еңеүе – уларҙың ныҡышмалы һәм тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһе. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, профилле ведомстволар ярҙамы менән улар яңы уңыштарға өлгәшә ала. Беҙ эшҡыуарҙарыбыҙҙы сит ил баҙарҙарына сығарыу буйынса әүҙем эш алып барабыҙ. Мәҫәлән, 2023 йылдың тәүге ярты йыллығындағы эшмәкәрлек һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге Рәсәй экспорт үҙәге рейтингында икенсе урынды алды. Бындай һөҙөмтәгә беҙ маҡсатлы күрһәткестәрҙе арттырып үтәү иҫәбенә өлгәшә алдыҡ. Ағымдағы йылдың тәүге алты айында беҙҙең Үҙәк 500-ҙән ашыу эшҡыуарға хеҙмәт күрһәтте, был план күрһәткестәренән ике тапҡырға күберәк, - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһының тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева. “Йыл экспортсыһы” конкурсы еңеүселәрен һәм призерҙарын билдәләү ике этапта: беренсеһе һәр федераль округ кимәлендә үтә, һуңынан округ этабы йомғаҡтары буйынса 1-се урын алған компаниялар араһынан илдең иң яҡшы экспортсылары һайлап алынасаҡ. Рәсәйҙең иң яҡшы экспортсыларын – федераль этап еңеүселәрен Һәм призерҙарын – 19-20 октябрҙә Мәскәүҙә “Рәсәйҙә эшләнгән” форумында бүләкләйҙәр. Форумға сайтта теркәлеү асылған да инде https://forum.exportcenter.ru/. “Йыл экспортсыһы” премияһы Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тарафынан экспорт эшмәкәрлегендә айырыуса һөҙөмтәләргә өлгәшкән ойошмаларҙы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы дәртләндереү өсөн булдырылған. Конкурс йомғаҡтары буйынса тапшырылған премия милли иҡтисадты нығытыуҙа һәм Рәсәй конкуренцияға һәләтле продукцияһын сит ил баҙарына сығарыуҙа экспортсыларҙың ҡаҙаныштарын дәүләттең таныуын күрһәтә. Фото: foreign.bashkortostan.ru