Яҡташыбыҙ менән булған был хәл тураһында яҙғайныҡ инде. Аргентинала бер нисә айлыҡ ҡына сабыйын ҡулына тотоп 29 йәшлек Өфө ҡатыны Елена (исеме үҙгәртелде) тәҙрәнән ҡолап һәләк булды. Әлеге ваҡытта был фажиғәнең сәбәптәре билдәле түгел, Аргентина полицияһы иренең ғәйебен тикшерә. Ә “КП-Өфө” баҫмаһы ҡатындың әхирәттәре менән аралашҡан. Елена сағыу һәм һылыу ҡатын булған. Өфөлә мода тармағында арт-директор булып эшләгән, ижади мөхиттә йыш булған. Һылыу ҡатынға ир-егеттәр яғынан да иғтибар күп булған, йыш ҡына социаль селтәрендә ҙур сәскә гөлләмәләре ҡуйған. Тик бер йыл элек барыһы ла ҡапыл үҙгәрә. Ул Мәскәүгә күсә, унда кейәүгә сыға. Шул саҡта социаль селтәрҙән дә юғала, яңы фотолар һәм яҙмалар ҡуймай башлай. Элекке таныштары менән аралашыуын да туҡтата. – Ирен йүнләп белмәйбеҙ. Ул да ижади мөхиттә йөрөй торғайны, улар шунда танышҡан. Шуныһы аптырата, ул социаль селтәрендә ире менән бер генә фото ла ҡуйманы, – тигән Таисия исемле әхирәте. Былтыр көҙ уларҙың туйы була һәм күп тә тормай ула