Найти тему
Башҡортостан гәзите

Пассажирҙар өсөн уңайлыҡтар киңәйә

Быйыл „Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проекты ярҙамында Башҡортостан юлдарында тағы 52 яңы автобус барлыҡҡа киләсәк. "Башҡортостан Республикаһында пассажир ташыуҙы үҫтереү һәм яҡшыртыу буйынса эш 2019 йылдан алып барыла. Былтыр „Башавтотранс“ предприятиеһы өсөн милли проект ярҙамында ҙур 35 автобус, инфраструктура бюджет кредиты иҫәбенә 70 автобус һатып алынды. Быйыл иһә муниципаль-ара һәм төбәк-ара ташыуҙарҙы ойоштороу өсөн 32 уңайлы турист автобусs, йыл аҙағына тиклем тағы 20 автобус һатып алыу планлаштырыла", – тине төбәктең транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Руслан Ғарипов. Республика халҡының уңайлылығы өсөн быйыл „Башҡортостан транспорты“ порталы эшләй башланы. Сайтта транспорттарҙың урыны һәм уларҙың туҡталыштарға килеү ваҡыты, даими ташыу маршрутында автобустар теҙмәһе тураһында мәғлүмәт урынлаштырылған. Ҡалаларҙа пассажир транспортын яңыртыу - „Хәүефһеҙ сифатлы юлдар“ милли проекты йүнәлештәренең береһе. Рәсәй Транспорт министрлығы ярҙамы менән төбәктәр 60 процент ташлама менән яңы транспорт һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар " (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.