6 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Көҙ романтикаһы” беренсе классик музыка фестивалендә булды. Ул баш ҡаланың Совет майҙанында үтте. Башҡортостандың Дмитрий Крюков етәкселегендәге Милли симфоник оркестры, Дәүләт академия опера һәм балет театры солистары, шулай уҡ Юрий Медяник етәкселегендәге Төмән филармония оркестры ике көн рәттән халыҡ алдында сығыш яһаны. Фестиваль программаһында – ватан һәм донъя классик әҫәрҙәре, шулай уҡ башҡорт композиторҙары музыкаһы. Совет майҙанында Шайморатов генерал тураһында йыр ҙа яңғыраны. Уны сараның махсус ҡунағы – үзбәк опера йырсыһы, Үзбәкстандың һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Женисбек Пиязов башҡарҙы. Төбәк башлығы концерт прграммаһын ҡарағас, үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты. - Минең Совет майҙанын тәртипкә килтерергә һәм генерал Шайморатовҡа мөһабәт һәйкәл ҡуйырға тигән хыялым бар ине. Беҙ быны эшләнек. Тағы бер хыял – майҙан мәҙәни, патриотик, күңел асыу ваҡиғаларынан гөрләп торһон. Бөгөнгө “Көҙ романтикаһы” кеүек сара республикала тәүгә үтә. Беҙгә билдәле артистар һәм ижади коллективтар килгән. Меңләгән ҡала халҡы йыйылған. Минеңсә, бик шәп килеп сыҡҡан! Хыялдар тормошҡа аша! Тик эшләргә һәм ныҡышмал булырға ғына кәрәк, - тип яҙған Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. Фото: glavarb.ru https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/170129.html
Радий Хәбиров “Көҙ романтикаһы” классик музыка фестивалендә булды
6 сентября 20236 сен 2023
1 мин