Найти тему
Башҡортостан гәзите

Өс йәшлек сабый эсе ауыртыуға зарланған...

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында белдереүҙәренсә, ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына өс йәшлек баланың ата-әсәһе мөрәжәғәт иткән. Улар балының эсе ауыртыуына зарланған. Табиптар уның ҡорһаҡ ҡыуышлығы органдарына рентген тикшереүе үткәргәндән һуң магнит шарҙарын тапҡан. Медиктар 3 миллиметрлыҡ 10 шарҙы алған. «Магнит шарҙары — бик хәүефле уйынсыҡ, — ти белгестәр. — Ашҡаҙан-эсәк юлында улар бер-береһенә тартыла һәм йәбешә. Был иһә некрозға, перитонитҡа һәм сепсисҡа килтереүе ихтимал». Уйлауы ла хатат ҡурҡыныс: ҡайһы арала ул тиклем шарҙы бала йотоп өлгөргән тиең... Ата-әсәләргә кәңәш: кескәй балалар ҡулына алған һәр нәмәһен иң тәүҙә ауыҙына килтерә, шуға күрә уйынсыҡ йәиһә башҡа әйбер бирер алдынан иғтибар итегеҙ, ул йотоп ебәррелек түгелме? Фото: "Башинформ"