Бөгөн Стәрлебаш ауылының Хәрби дан Һәм хәтер аллеяһынан махсус хәрби операция барышында илде һаҡлаусылар сафына баҫырға ҡарар иткән Стәрлебаш районынан ирекмән оҙатылды. Изге теләктәр менән яугирҙе хәрби әҙерлеккә оҙаттылар. Стәрлебаш районынан тағы ла ике ирекмән Өфөләге саҡырыу пунктынан хәрби әҙерлеккә юлланған. “Егеттәргә яҡшы хеҙмәт һәм тиҙерәк еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ! Был еңел булмаған һайлауҙы хуплаған һалдаттарға һәм уларҙың туғандарына рәхмәт белдерәбеҙ”, – тип уртаҡлашты район хакимиәте башлығы Рөстәм Рахманғолов. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәрби хеҙмәткә контракт төҙөп, Ватанды һаҡлаусылар сафына баҫырға мөмкин. Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн бөтә кәрәкле шарттар булдырылған, матди ярҙам саралары һәм социаль гарантиялар ҡаралған, шул иҫәптән уларҙың ғаилә ағзалары өсөн. Өфөлә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты Революция урамы, 156 адресы буйынса урынлашҡан. Телефоны: 8 (347) 248-29-31, 248-18-63. Фото: t.me/rakhmangulov_rk/3457