Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мөмкинлеге сикләнгән кешеләргә нисек тауыш бирергә?

Билдәле булыуынса, 10 сентябрҙә Башҡортостан халҡы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға һәм урындарҙағы Советтарға депутаттар һайлаясаҡ. Унда 18 йәше тулған граждандар ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Ә бына һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән граждандарға нисек тауыш бирергә? Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән граждандар ҙа һайлауҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә. Улар теркәлгән йәшәү урыны йәки торған урыны буйынса һайлау участкаһында тауыш бирә ала. Әгәр ҙә мөмкинлеге сикләнгән кеше участка һайлау комиссияһы урынлашҡан урынға бара алмай икән, уның өсөн өйҙә тауыш биреү ойошторола. Бының өсөн мөмкинлеге сикләнгән кеше участка һайлау комиссияһына алдан йә һайлау көндө 15.00 сәғәткә тиклем яҙма йәки телдән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Участка һайлау комиссияһы ағзалары тауыш биреү өсөн махсус ҡумта менән өйгә киләсәк. Тауыш биреүҙә ҡатнашығыҙ, үҙегеҙҙең депутатты һайлағыҙ! Мәғлүмәт сығанағы: vk.com/clubbashkortostanizbirkom, фото – скриншот.