Найти тему
Башҡортостан гәзите

Байрамға килмәй ҡалмағыҙ!

14-17 сентябрҙә Өфөлә "Әйҙә уйнарға!" Бөтә Рәсәй фестивале үтә. Уның сиктәрендә “Союзмультфильм” киностудияһы кескәй һәм өлкән ҡунаҡтар өсөн ҡыҙыҡлы интерактив программа әҙерләгән. Ҙур ғаилә байрамының һәр көнө геройҙар мультпарадынан (“Ну, погоди! Каникулы”, ”Простоквашино” һәм башҡалар) башланасаҡ. Ҡунаҡтар шулай уҡ көн һайын “Бремен музыканттары” менән бергә бейеү флешмобында ҡатнаша ала. Тантананы асыу көнөндә “Мультгеройҙарҙың мажаралары” музыкаль спектакле күрһәтеләсәк. “Союзмультфильм” киностудияһының махсус зонаһында балаларҙы фото зонаһы, спорт уйындары һәм ижади оҫталыҡ дәрестәре көтә. Кистәрен теләгән һәр кеше киностудияның яңы сериал проекттарын ҡарай ала. Фестиваль программаһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәт https://xn--80aaaldze4dt4h.xn--d1acj3b/ һылтанмаһы аша бирелгән. Фото: stylishbag.ru