Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" Өфөгә килә

14-17 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тәүге тапҡыр “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙғарыла. Сара сиктәрендә күп быуын балаларының һәм уларҙың ата-әсәләренең яратҡан тапшырыуы "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!" Өфөгә килә. Уның менән бергә баш ҡалаға телевидениеның шәп алып барыусылары Татьяна Веденеева һәм Оксана Федорова, йәғни Таня һәм Оксана “инәй”ҙәр ҙә буласаҡ. Совет майҙанында үтәсәк байрамдың төп сәхнәһендә күңел асыу программаһы көтөлә. “Әйҙә уйнарға” фестиваленең программаһы һәм ҡатнашыу шарттары менән https://xn--80aaaldze4dt4h.xn--d1acj3b/ һылтанмаһы буйынса танышырға мөмкин. Фото: haibh.ru