Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бала сағыңа ҡайтҡың киләме?

14-17 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тәүге тапҡыр “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙғарыла. Сара фән, сәнәғәт, мәғариф белгестәре һәм ата-әсәләр берләшмәһе өсөн уйын мәҙәниәтен үҫтереү, балалар тәрбиәләүҙә уйын һәм уйынсыҡтарҙың әһәмиәте мәсьәләләре буйынса үҙенсәлекле майҙансыҡ буласаҡ. Уның сиктәрендә уйын һәм уйынсыҡтар етештереүселәр, шулай уҡ Бөтә Рәсәйҙән дизайнерҙар һәм оҫталар тәжрибә уртаҡлашып, балалар тауарҙары тармағын үҫтереү буйынса фекер алышасаҡ. Пленар сессия сараның эшлекле программаһының төп ваҡиғаһы буласаҡ, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша. Шулай уҡ ”Бала һәм уйын глобаль трансформациялар дәүерендә” Бөтә Рәсәй фән конференцияһы ла көтөлә. Дүрт көн дауамында Совет майҙанында Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтар күргәҙмәһе, балаларҙың иң яҡшы уйын тәжрибәләрен күрһәтеү, уйынсыҡтарҙың тест-драйвы ойоштороласаҡ. Фестиваль ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын бай программа – тематик конкурстар һәм оҫт

14-17 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тәүге тапҡыр “Әйҙә уйнарға” Бөтә Рәсәй уйын фестивале уҙғарыла. Сара фән, сәнәғәт, мәғариф белгестәре һәм ата-әсәләр берләшмәһе өсөн уйын мәҙәниәтен үҫтереү, балалар тәрбиәләүҙә уйын һәм уйынсыҡтарҙың әһәмиәте мәсьәләләре буйынса үҙенсәлекле майҙансыҡ буласаҡ. Уның сиктәрендә уйын һәм уйынсыҡтар етештереүселәр, шулай уҡ Бөтә Рәсәйҙән дизайнерҙар һәм оҫталар тәжрибә уртаҡлашып, балалар тауарҙары тармағын үҫтереү буйынса фекер алышасаҡ. Пленар сессия сараның эшлекле программаһының төп ваҡиғаһы буласаҡ, унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнаша. Шулай уҡ ”Бала һәм уйын глобаль трансформациялар дәүерендә” Бөтә Рәсәй фән конференцияһы ла көтөлә. Дүрт көн дауамында Совет майҙанында Рәсәй етештереүселәренең уйынсыҡтар күргәҙмәһе, балаларҙың иң яҡшы уйын тәжрибәләрен күрһәтеү, уйынсыҡтарҙың тест-драйвы ойоштороласаҡ. Фестиваль ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын бай программа – тематик конкурстар һәм оҫталыҡ дәрестәре, спорт турнирҙары, асыҡ балалар телестудияһы һәм башҡалар көтә. Сара сиктәрендә Башҡортостандың Милли музейы һирәк уйынсыҡтар күргәҙмәһен тәҡдим итәсәк. Фестивалдә ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар уйынсыҡ бүләк итеү буйынса хәйриә акцияһында (һуңынан улар балалар йортона, дауаханаларға, Өфө хосписына тапшырыласаҡ) ҡатнаша ала. Фестивалдең программаһы – https://xn--80aaaldze4dt4h.xn--d1acj3b/ рәсми сайтында. Фото: Башинформ.