Ҡыйғы районында "Атайсал" форумы ойошторолдо. Сарала сығышы менән ошо яҡтарҙан булған кешеләр ҡатнашты. Иң мөһиме - улар сит тарафтарҙа ғүмер итһә лә, тыуған яғының матур киләсәге өсөн ҙур эштәр башҡарған. Меценаттар һәм бүтән саҡырылғандар "Яҡташтарыбыҙҙың изге эштәре", "Гранттар гражданлыҡ йәмғиәтен алға этәрә" тигән майҙансыҡтарҙа фекер алышты. Бынан тыш, "Айыҡ ауыл-2023" конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыусылар ҙа төрлө мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Форумда ҡатнашыусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, бындай осрашыуҙар бүтәндәрҙең эш тәжрибәһен өйрәнеү өсөн кәрәк, үҙеңдең генә ҡаҙаныңда ҡайнау отошло түгел. Фото: Ҡыйғы районы хакимиәте.